Сара бөгөн Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында түңәрәк өҫтәл форматында үтте. Фекер алышыуҙа ҡатнашҡан өс тиҫтәләп ғалим тармаҡ мәсьәләләрен тикшереп, үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Уның нигеҙендә махсус проектҡа нигеҙ һалынасаҡ. Белгестәр функциональ туҡланыуҙың яңы концепцияһында Башҡортостанда үҫкән дарыу үләндәрен файҙаланыуға айырым иғтибар бүлергә ниәтләй.



