Шишмә районында СССР-ҙың һынаусы-осоусыһы Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе эш башланы. Ул тантаналы шарттарҙа «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында асылды. Рәсәйҙә берҙән-бер һаналған мәктәпкә фәнни олимпиада, конкурс еңеүселәре, призер булған уҡыусылар һәм студенттар махсус һайлап алына.
Махсус программа сиктәрендә уҡыусылар космос һәм авиация донъяһын өйрәнә. Ысын йыһангирҙар менән осрашыуҙар ҙа ҡаралған. Быға «Роскосмос» дәүләт корпорацияһы, Рәсәй космонативка федерацияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе үҙе булышлыҡ итә. Профилле сара киләсәктә балаларға киләсәктә һөнәри юғары белем алырға этәргес бирә.



