Иглин районында Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған йыйылыш үтте

Иглин районында Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған йыйылыш Мәскәү өлкәһендәге терррор ғәмәле һөҙөмтәһендә һәләк булыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең һөнәри байрамы Рәсәй Президенты Указына ярашлы 2007 йылдан алып билдәләнә. Был өлкәлә оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт итеүселәр ведомствоның Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Сәхнәлә үҙешмәкәр коллективтар һәм билдәле артистар илһөйәрлек, берҙәмлек темаларына арналған йырҙар башҡарҙы. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың бюсына сәскә һалыуҙа ла ҡатнашты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ