Өфөлә фирҡәнең төбәк бүлексәһе сәйәси советы президиумы ултырышы үтте. Быйыл сентябрҙә республикала муцниципаль һайлауҙар үтә, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 54-се округ буйынса тауыш биреү була. Кандидаттар 25 апрелгә тиклем документтарын тапшырырға тейеш. Алдан һайлау май аҙағында “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ойошторола. Электрон тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн теркәлергә кәрәк. Сентябрҙә 1 мең 600-ҙән ашыу муниципаль депутат мандаты өсөн 113 һайлау кампанияһы уҙа.




