Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләре социаль түләүҙәр, хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын алыу, медицина, юридик һәм психологик консультациялар, реабилитация мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итәләр. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, тиҙҙән “Ярҙам поезы” акцияһы яңынан башлана.
Махсус хәрби операция яугирҙәре һәм уларҙың ғаиләләре “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондына мөрәжәғәт итә ала. Өфөлә ул Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Бәйләнеш өсөн телефон – 8-347-268-01-02. Район һәм ҡалаларҙа социаль координаторҙар эшләй.







