Паллиатив стационарға йыуыу-киптереү комплексы кәрәк була. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың ҡатын-ҡыҙ депуаттары шәхси аҡсаларына кәрәкле техниканы һатып ала. Парламент рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина һөйләй.
“Ярҙам күрһәткән кеше лә, уны алыусы ла шатлыҡ тойғоһо кисерә”, - ти парламент депутаты Руфина Шаһапова.
“Башҡортостан парламентында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар – ысын хужабикәләр”, - ти Өфө хосписы баш табибы Оксана Кузовкина.
Бөгөн Өфө хосписында 40-тан ашыу өлкән һәм 20 бала медицина ярҙамы ала. Паллиатив стационарға кәрәк булған әйберҙәр исемлеге менән учреждениеның рәсми сайтында танышырға була.







