Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында «Мәргән уҡсы» хәрәкәте йәнләнә

Былтыр эш башланған түңәрәктә бөгөн өс тиҫтәләп уҡыусы шөғөлләнә. Бының өсөн гимназияла бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Башҡорт яндары ла махсус заказ буйынса алына. Уҡ атыу серҙәренә ныҡлап төшөнгән малай-ҡыҙҙар төрлө ярыштарҙа ла ҡатнашып өлгөрә. Күптән түгел гимназиянан ике уҡыусы республика кимәлендәге бәйгелә еңеү яулаған. Һөҙөмтә булғанға күрә, түңәрәккә теләп йөрөүселәр ҙә бик күп.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ