Өфө - Инйәр - Белорет трассаһындағы авария һөҙөмтәһендә ике кеше һәләк булған

Өфө - Инйәр - Белорет трассаһында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссары Ринат Ғималов һәләк булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан «Рено» автомобиле «Tойота» менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлә. Мәрхүмдәрҙең береһе Ринат Ғималов. Ул ике йыл элек Шайморатов ордены менән бүләкләнгән. 2003 йылда Көньяҡ Осетияла хеҙмәт иткән ваҡытта яҡташыбыҙ мөһим дәүләт объектын баҫып алыуҙы иҫкәрткән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ