Башҡортостанда «Банк еды Русь» хәйриә фонды менән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Республика митрополияһы араһында өс яҡлы килешеү төҙөлдө. Уға ярашлы, ҙур сауҙа нөктәләре аҙыҡ-түлектең бер өлөшөн ярҙамға мохтаж халыҡҡа тапшырасаҡ. Аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләр, яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәге граждандар алдан әҙерләнгән исемлек буйынса ризыҡтар менән тәьмин ителәсәк. Аҙыҡ-түлекте һаҡлау өсөн Өфө митрополияһы сиркәүҙә бушлай келәт бүлергә әҙер.
«Банк еды Русь» Рәсәйҙә 10 йыл эшләй һәм ошо ваҡыт эсендә ярҙамға мохтаждарға 50 мең тонна бушлай аҙыҡ-түлек тапшырылған. Проект ярҙамында ризыҡтар сиркәүҙәге келәттән граждандарҙың өйөнә тиклем алып барып еткерелә. Аҙыҡ-түлекте хисаплау, бүлеү, адресатҡа алып барып тапшырыу ирекмәндәр иңенә төшә. Хәйриә проекты Өфөлә генә түгел, республика район-ҡалаларында ла тормошҡа ашырыласаҡ. Килешеү республика башлығы һәм уның тормош иптәше Каринэ Хәбирова ярҙамы менән төҙөлдө.






