Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында пилотһыҙ осоу аппараттар менән эшләүсе һөнәрмәндәр ярышы үтте. Төбәктә икенсе тапҡыр ойошторолған сарала йәштәр ҡоролманы хәүефһеҙ файҙаланыу, ремонтлау, уның менән ҡатмарлы шарттарҙа дөрөҫ идара итеү оҫталығын күрһәтте. Еңеүселәр өсөн ойоштороусыларҙан иҫтәлекле бүләктәр ҡаралған. Бынан тыш улар республиканың ҙур сәнәғәт предприятиеларында һөнәри практика үтәсәк.






