Ҡаршы алығыҙ, «Башҡорт йыры-2024». Башҡортостан телерадиокомпанияһында ижади проекттың 14-се миҙгеле старт алды. Быйыл телевизион бәйгегә 100-ҙән ашыу ғариза килгән, һайлап алыу турынан һуң конкурсҡа 30-ға яҡын ҡатнашыусы үткән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ижади ярыш сәмле һәм ҡатмарлы барасаҡ, сөнки көслө, үҙенсәлекле тауыштар күп. Абруйлы конкурста майҙан тотҡан конкурсанттар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.
Айҙар Исхаҡов оло сәхнәгә яңы ғына аяҡ баҫып тора. Әммә егет интернет селтәрендә «Сайҡалалар кәмәләр» йыры менән тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөргән дә инде. Әле ул Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты. Айҙар төрлө музыка ҡоралдарында ла уйнай. Уға «оркестр егет» тип исем дә ҡушып өлгөргәндәр.
Учалы егете Марсель Нәжметдинов йәмәғәтселеккә «Башҡорт Цой»ы булараҡ билдәле. Яҡташыбыҙ билдәле рок-музыканттың йырҙарын башҡортса йырлай. Тәржемә менән тормош иптәше Дания ярҙам итә. Марсель үҙе лә көйҙәр яҙа, «Башҡорт йыры» на бай ижади багаж менән килгән. Әйткәндәй, быйылғы конкурста Учалы районы вәкилдәре һәм егеттәр күп. Тағы бер конкурсант Динис Бүләков та сығышы менән Учалынан, ул телевизион бәйгелә икенсе тапҡыр ҡатнаша.
«Башҡорт йыры»нда ҡатнашҡан һәр конкурсант хаҡында айырым һөйләргә мөмкин. Һәр береһенең оло сәхнәгә үҙ юлы. Әммә улар бөтәһе лә ижадҡа, сәнғәткә ғашиҡ һәм туҡтауһыҙ камиллашыу юлында. Проекттың үҙенсәлеге лә шунда, телевизион конкурсҡа эләгеү өсөн юғары һөнәри оҫталыҡ талап ителә.
Быйыл «Башҡорт йыры» 14-се миҙгелен башлай. Ошо йылдар дауамында телевизион конкурс йөҙҙәрсә исем аса, йәштәргә ҡанат ҡуя, оло сәхнәгә сығара. Ә иң мөһиме, «Башҡорт йыры» конкурсы башҡорт йыр сәнғәтен пропагандалай, быуындан-быуынға тапшыра. Проект еңеүсеһен статуэтка һәм 100 мең һумлыҡ премия көтә.
Рәмзиә Кәримова



