Мәҙәни сара» Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә ойошторола. Йәғни, театр коллективтары ошо ун көнлөк эсендә сәйәси фирҡә тарафынан финансланған спектаклдәрҙе күрһәтә.
Декадникта бөтәһе 8 театр сығыш яһай. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры бөгөн «Дейеүкәй» премьераһын тәҡдим итте. Спектакль драматург Сюзан Лебо әҫәре буйынса ҡуйылған. Кешенең тормошта үҙ урынын табыуға, уйланыуҙарға ҡоролған драманы режиссер Айрат Абушахманов сәхнәләштергән. Спектаклдә Рушана Бабич, Гөлшат Ғайсина һымаҡ билдәле сәхнә оҫталары ла, ижад юлын яңы башлаған йәштәр ҙә уйнай.



