Өфөлә Шамил Ибраһимов исемендәге 11-се Бөтә Рәсәй хор дирижерҙары конкурсының икенсе һәм өсөнсө этабы башланды.
1995 йылдан алып үткәрелгән конкурс быйыл ике мөһим дата - Модест Мусогорскийҙың тыуыуына - 185, Николай Римский-Корсаковтың тыуыуына - 180 йыл тулыуға арнала. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ярышта ҡатнашыу өсөн төрлө тарафтарҙан 40-тан ашыу ғариза килгән. Конкурста Беларусь дәүләт музыка академияһы студенттары ла көс һынаша.
Конкурстың беренсе этабы дистанцион форматта үткән. Ярыш барышында буласаҡ дирижерҙарҙың таныш булмаған оркестр менән эш итә алыу һәләте, методик ысулдары тикшерелә. Баһалама комиссияһын Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижеры, профессор Алһыу Хәсбиуллина етәкләй.



