Нуриман районында яңы глэмпинг асылды

Ял базаһы Саруа күле-шишмәһе ярында, тәбиғәт ҡомартҡыһы эргәһендә. Башҡортостандағы матур урындарҙың береһен һыу аҫтына сумыусылар, дайверҙар үҙ итә. Күл ҡышҡыһын да туңмай. Ике ҡатлы а-фреймдарҙың һыйҙырышлылығы һигеҙ кешегә етә. Өйҙә душ һәм мунса бар. Йәйгеһен ихатала бассейн һәм балалар майҙансығы төҙөләсәк. Урындағы маршруттар буйынса квадроциклдарҙа йөрөүҙе ойоштороу күҙаллана. Киләсәктә күрше участкаларҙа тағы 8 өй барлыҡҡа киләсәк.

Туризмды үҫтереү көн ҡаҙағындағы мөһим мәсьәлә. Глэмпингтың урыны оҡшаны, объект үҙ көсөм менән һалынды. Туристарға тыуған яғыбыҙҙың матурлығын күрһәтеү, ял ойоштороу теләге ҙур.

Ришат Ғилманов, глэмпинг директоры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ