Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған спорт фестивалендә Башҡортостан, Татарстан, Һамар өлкәһе, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан 150-нән ашыу “морж” сығыш яһаны. Тәүлек әйләнәһенә үткән марафон Яҡутов паркында Һалдат күлендә ойошторолдо. Унда яңғыҙ йөҙөүселәр һәм командалар ярышты. Улар бер-бер артлы 71 километр араны һалҡын һыуҙа йөҙөп үтте. Майҙа Башҡортостан командаһы Силәбе өлкәһе Турғояҡ күлендә Рәсәй чемпионатында ҡатнашырға йыйына.




