Илдә "Пилотһыҙ логистика коридоры" тигән проект ғәмәлгә ашырыла. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уға ярашлы яһалма интеллект идара иткән йөк машиналарын М-12 трассаһынан йөрөтөү планлаштырыла. Был юлдың 50 километры Башҡортостан аша үтә.







