2024 йылда республика ҡаҙнаһына килемдәрҙең алдан ҡаралғандан 8 миллиард һумға артыуы күҙәтелә

Балаһын ташлап киткән әсәйҙәрҙән алимент түләтеү, махсус хәрби операциялағы дин әһелдәрен ирекмәндәргә тиңләү, етемдәргә интернаттан һуң социаль ярҙам саралары, Дәүләт Думаһына ҡануни башланғыстар.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында 40-тан ашыу мәсьәлә ҡаралды, уларҙың төп өлөшө закон проекттарын тикшереү менән бәйле. Иң төп ҡануни документ Башҡортостандың киләһе йылдарға бюджеты тураһында. 2024 йылда республика ҡаҙнаһына килемдәрҙең алдан ҡаралғандан 8 миллиард һумға артыуы күҙәтелә. Йәғни аныҡлауҙарҙан һуң, киләһе йылда Башҡортостан бюджетының килем өлөшө 299 миллиард һумға яҡын, сығымдар 311 миллиард һумдан ашыу буласаҡ. Алдағы ике йылға бюджет параметрҙары үҙгәрешһеҙ ҡала. Киләһе йылға килем өлөшөнөң үҙгәреүе ҡаҙнаға һалымдар һәм түләүҙәр артыуы менән бәйле.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ