Республикала биләмәләрҙе һыу баҫыуға бәйле хәл контролдә тотола

Рәсәй Гәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы белгестәре юғары әҙерлек режимында эшләй.

Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, тиҫтәләп муниципаль берәмектә ҡар иреүе һәм ямғыр һөҙөмтәһендә биләмәләрҙе һыу баҫыуы теркәлгән. Халыҡтан тупланған мәғлүмәт буйынса тикшереү үткәрелә, урындарға техника йүнәлтелә.Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы янында тауҙан шыуып төшкән ҡар юлды ҡаплаған. Юлды таҙартыу өсөн махсус техника саҡыртылған. Һыу баҫыу осраҡтарына оҙайлы ямғырҙар һәм йылы һауа торошо сәбәпсе, ти белгестәр.

Раевка ауылында ла шәхси йорттарҙы һыу баҫҡан. Ҡайһы бер биналарҙа күтәрелгән һыу кимәле 3 см тәшкил иткән. Халыҡҡа ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарына барырға тәҡдим ителгән, әммә улар ярҙамдан баш тартҡан. Дөйөм алағанд, Башҡортостан буйынса 9 муниципалитеттан ҡар иреүе һәм ямғырға бәйле һыу баҫыу тураһында мәғлүмәт алынған. Ташҡынға бәйле хәл контролдә тотола.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан территориаль системаһы көстәре Илеш, Туймазы, Стәрлетамаҡ , Ейәнсура һәм Хәйбулла райондары, шулай уҡ Сибай , Туймазы, Дәүләкән ҡалалары һәм Өфө муниципаль ҡала округы халҡынан килгән һәр мәғлүмәтте эшкә алып, тикшереү үткәрә. Тейешле саралар күрелә.

Илгиз Фәррәхов, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ