Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың ултырышында республиканың бюджетын үҫтереү ҡаралды

Балаһын ташлап киткән әсәйҙәрҙән алимент түләтеү, махсус хәрби операциялағы дин әһелдәрен ирекмәндәргә тиңләү, етемдәргә интернаттан һуң социаль ярҙам саралары. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында 40-тан ашыу мәсьәлә ҡаралды, уларҙың төп өлөшө закон проекттарын тикшереү менән бәйле. Иң төп ҡануни документ Башҡортостандың киләһе йылдарға бюджеты тураһында. Төп үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Килем өлөшө 299 миллиард һумға яҡын, сығымдар 311 миллиард һумдан ашыу. Башҡортостандың 2024 йылдағы бюджетына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тамамланды. Аныҡлауҙарҙан һуң, ҡаҙнаның килем өлөшө алдан ҡаралғандан 8 миллиард һумға артыуы күҙәтелә. Күрһәткестәрҙең үҙгәреүе фаразланған һалымдар һәм түләүҙәрҙең артыуы менән бәйле.

Парламент ултырышында ҡаралған закон проекттарының күбеһе социаль өлкә менән бәйле. Мәҫәлән, етем балаларҙы интернаттан сығарылғандан һуң да ҡурсалау, шәхси ихтыяждары өсөн аҡса биреү күҙаллана. Тәрбиәгә бала алыусы ғаиләләр өсөн дә айлыҡ түләүҙәр 18,5 процентҡа күтәрелә. Ғаилә кодексына ла үҙгәрештәр индерелә. Ир йәки ҡатындың енесен үҙгәртеүе никахты өҙөүгә нигеҙ булып тора, уларға тәрбиәгә бала алыу тыйыла. Балаһын ташлап киткән ҡатындар ҙа алимент түләй башлауы ихтимал.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында башҡортса сығыштар яһау ғәҙәти күренеш. Был юлы янғын хәүефһеҙлегенә ҡағылған закон проекты менән комитет рәйесе Фәрит Ғүмәров сығыш яһаны. Парламент депутаттары алғы һыҙыҡҡа юлланған дин әһелдәрен ирекмәндәргә тиңләү тәҡдиме менән дә сыҡты.

Парламент ултырышында 40-тан ашыу мәсьәлә ҡаралды. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Контроль-Иҫәп палатаһына Константин Шаһиморатовты, мирауай судьяларҙы тәғәйенләү буйынса тауыш бирҙе. Сахалин өлкәһе Думаһы менән хеҙмәттәшлек буйынса килешеү ҡаралды.

Башҡортостан парламенты оҙайлы йылдар дауамында Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгән ҡануни башланғыстар иҫәбе буйынса лидер булып тора. Республика депутаттарының проекттары федераль проекттары федераль ҡанундар нигеҙенә ята. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында ике ҡануни башланғыс ҡаралды. Уларҙың берәүһе махсус хәрби операциялағы дин әһелдәрен ирекмәндәргә тиңләү булһа, икенсеһе ер участкаһының статусын үҙгәрткән осраҡта түләү билдәләүгә ҡағыла.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ