Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк буйынса баш идаралығы көстәре юғары әҙерлек режимында эшләй

28 март иртәһенә Башҡортостан буйынса баш идаралыҡ тарафынан һыу баҫыуға бәйле 3 осраҡ контролгә алынған. Республика район-ҡалаларында яҙғы ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү хаҡында киләһе яҙмала.

Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, республиканың тиҫтәләп муниципаль берәмегендә ҡар иреүе һәм өҙлөкһөҙ яуған ямғырҙар һөҙөмтәһендә биләмәләрҙе һыу баҫыуы теркәлгән. Халыҡтан алынған мәғлүмәт буйынса тикшереү үткәрелә, урындарға техника йүнәлтелә. Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы янында тауҙан шыуып төшкән ҡар юлды ҡаплаған. Юлды таҙартыу өсөн махсус техника саҡыртылған.

Уҙған тәүлектә һауа шарттарының насарайыуы һәм ҡойма ямғырҙар яуыу сәбәпле, Ейәнсура районының Бужан, Ҡаҫмарт, Һүрән, Өҫкәлек йылғаларында һыу кимәле кинәт күтәрелгән. Әлеге ваҡытта һыу кимәле 70 сантиметрға кәмеүе күҙәтелә, тип белдерәләр ташҡынға ҡаршы штаб хеҙмәтенән. Ибрай, Күгәрсен ауылдарында һыу баҫыуға бәйле ташҡын эҙемтәләре менән көрәшкә ҡеүәтле техника, күмәк көс йәлеп ителгән.

Ишембай районы Һайран ауылында күпләп ҡар иреүе арҡаһында 10 йорт эргәһендәге биләмә һыу аҫтында ҡалған. Бындағы 7 йорт ваҡытлыса йәшәү өсөн генә ҡулланыла. Ғәҙәттән тыш хәл осрағына ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән, әммә эвакуациянан халыҡ баш тартҡан.

Һайран урамдарында мотопомпалар ярҙамында ҡар һыуҙары һурҙырыылған, ауыр техника менән һыуҙы йылға үҙәненә йүнәлтеү өсөн йырындар йырылған. Урында хәлде пилотһыҙ авиация системалары ла күҙәтеүҙә тота.

Һайран һәм Арлан ауылдары араһында һыу тығындарына юл ҡуймау өсөн Шиҙә йылғаһы үҙәне пилотһыҙ осоу аппаратары ярҙамында тикшереләсәк.

Элина Середа, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының пилотһыҙ авиация системаларын ҡулланыу төркөмө етәксеһе

«Иҫке Сибай - Ишмөхәмәт» һәм «Баймаҡ - Семеновка»юлдарын да һыу баҫҡан. Транспорт хәрәкәте урау юлдарға йүнәлтелгән.

Боҙ ҡатламын йомшартыу һәм яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреү маҡсатында тығындар ихтималлығы ҙур булған йылғаларҙа шартлатыу эштәре дауам итә. Бөгөн Дыуан районы Мәсәғүт ауылында Әй йылғаһында шартлатыу эштәре уҙғарылды.

Башҡортостанда 86 меңдән ашыу кеше йәшәгән 44 муниципалитетта 313 тораҡ пункттың һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал. Халыҡты эвакуациялау өсөн 276 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙер. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы белгестәре юғары әҙерлек режимында эшләй.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ