Өфө лимонарийында «Һөнәрмәндәр-2024» чемпионатының «Ландшафт дизайны» компетенцияһы буйынса ярышы уҙҙы. Конкурстың төбәк этабында республика колледждары студенттары ҡатнашты. Йәш дизайнерҙарҙың көс һынашыуын беҙҙең ижади төркөм күҙәтте. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Лак буялған ҡыҙҙарҙың нескә генә ҡулдарында шөрөп борғостар уйнап тора. Ваҡыт һанаулы. Студенттарға таҡталарҙан конструкциялар йыйыу бурысы тора.
Буш ҡомлоҡта улар таштан һуҡмаҡтар һалған, һыу үткәргән, үҫемлектәр ултыртырға һәм биҙәргә, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйырға кәрәк. Өфө лимонарийында ойошторолған майҙансыҡтарҙа республиканың йәш белгестәре «Ландшафт дизайны» компетенцияһы буйынса үҙҙәренең оҫталыҡтарын һәм ижади һәләттәрен күрһәтә.
«Ландшафт дизайны» компетенцияһы буйынса Өфө урман хужалығы техникумынан өс команда, һәм Мишкә агроколледжынан, Өфө эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледждары командалары көс һынаша. Һәр командала икешәр студент. Уларҙың эшен эксперттар, ирекмәндәр күҙәтә. Видеокүҙәтеү ҡоролмаһы аша федераль үҙәктән дә ҡарайҙар.
Лимонарийҙың уҡытыу-тәжрибә хужалығы базаһында шулай уҡ Урман менән файҙаланыу һәм урманды тергеҙеү инженерияһы, Урман таксацияһы компетенциялары буйынса конкурстар үтә.
Ландшафт дизайнерҙарының эше ентекле тикшерелә, һәр таштың дөрөҫ ятыуы, үҫелектәрҙең бер тәртиптә ултыртылыуы һәм башҡа критерийҙар буйынса ижади эш ҡәтғи баһалана. Сөнки студенттар бер нисә йылдан заказдар буйынса эшләй башлаясаҡ, матурлыҡ тыуҙырғанда яңылыш һәм ҡыйыш бармай.
Рәмилә Исмәғилева






