Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлдәриә Йосопова «Рәсәй патриоты» миҙалы менән бүләкләнде

Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлдәриә Йосопова Рус әҙәби үҙәгенең «Рәсәй патриоты» миҙалы менән бүләкләнде. Мәртәбәле награда Мәскәүҙә быйыл 25-се тапҡыр билдәләнгән Бөтә донъя поэзия көнөндә тапшырылды.

Үҙәк етәксеһе Никита Митрохин белдереүенсә, был наградаға оҙаҡ йылдар дауамында үҙҙәренең әҫәрҙәрендә Тыуған илде данлаған, илдең әҙәби тормошонда әүҙем ҡатнашҡан авторҙар лайыҡ була. Ошо уҡ көндө баш ҡалала Бөтә донъя поэзия көнөнә арналған шиғри альманахтың исем туйы ла үтте. Китаптағы 200 автор менән бергә унда Башҡортостандан Марсель Сәлимов, Кристина Андрианова, Салауат Вәхитов һәм Гөлдәриә Йосопованың шиғырҙары ла донъя күргән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ