Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлек үҫешә

Былтыр тауар әйләнеше 170 миллион долларға еткән. Тышҡы сауҙа әйләнеше күрһәткесе буйынса Үзбәкстан 5-се урынға күтәрелгән. Беҙҙең республиканан сит илгә нефть һәм минераль тауарҙар, битум, пластик, ағас, һөт ризыҡтары, бал оҙатыла. Үзбәкстандан металл, кейем-һалым, туҡыма, йәшелсә-емеш индерелә. Апрелдә Ташкентта халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе була. Унда Башҡортостан стенды әҙерләнә. 70-тан ашыу ойошма һәм эшҡыуар ҡатнашырға теләк белдергән, тип хәбәр итәләр Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан. 

Фото №1 - Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлек үҫешә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ