Ярыш “Динамо” спорт комплексында ойошторола. Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған диктор кубогына ярышта матбуғат баҫмалары, теле- һәм радио компания хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. “Юлдаш” радиоһы волейбол командаһы уйынсыһы, алып барыусы Йәмил Ишмөхәмәтов һөйләй.
Волейбол турниры 2 апрелдә иртәнге сәғәт 10-да башлана. Турнирҙа ҡатнашҡандар һәм көйәрмәндәр өсөн мәҙәни-күңел асыу программаһы ҡаралған, приз һәм бүләктәр әҙерләнгән.




