Республикала эҫе һыу иҫәпләгестәре тикшерелә

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, “БашРТС” компанияһы белгестәре йорттар буйлап йөрөй. Белгестәр эҫе һыу иҫәпләгес торошон баһалай һәм күрһәткестәрҙе яҙып ала. Бының өсөн аҡса алынмай. Тикшереү ваҡыты ойошманың рәсми сайтында һәм күп ҡатлы йорттарҙың мәғлүмәт таҡталарында урынлаштырыла.

Фото №1 - Республикала эҫе һыу иҫәпләгестәре тикшерелә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ