Аҙна дауамында Салауат, Сибай, Туймазы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәҙәниәт учреждениелары баш ҡала тамашасыһына иң яҡшы ижади эштәрен тәҡдим итә. Өфө «Нур» татар дәүләт театры декадала яңы сәхнә әҫәре менән сығыш яһаны. Был юлы репертуар драматург Илгиз Зәйниевтың «Мөхәббәт элмәге» комедияһы менән тулыланды. Әйткәндәй, әҫәр Өфө дәүләт сәнғәт институтының «Нур» театры өсөн йыйылған беренсе махсус курсын тамамлаған 6 артист өсөн бенефис спектакле булып тора. Бөгөн артистарҙың барыһы ла бер-бер артлы алтын юбилейҙарын билдәләй.
Ике көн дауамында барған спектакль тулы зал йыйҙы. Сәхнә әҫәренең ҡуйыусы режиссеры Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин. «Нур»ҙың «беренсе ҡарлуғастар»ын бер спектаклгә туплаған уйын-көлкө, йырлы-моңло шаян комедияны ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары йылы ҡабул итте. Ошо нигеҙҙә драматург Илгиз Зәйниевтың Өфө театрында ҡуйылған икенсе әҫәре лә уңышлы булыуы билдәләнде.



