Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы мәҙәниәт һарайында Zа Победу хәйриә концерты уҙғарылды

Унда Миәкә районынан сыҡҡан билдәле сәхнә йондоҙҙары сығыш яһаны. Башҡортостан менән Татарстан артистарының берлектәге концерт программаһы илһөйәрлек , Ватан һәм уны яҡлаусылар өсөн ғорурлыҡ тойғолары уятты.

Сараға килгән халыҡ хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ярҙам ҡулы һуҙған сәхнә оҫталарына йөкмәткеле тамаша әҙерләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Хәйриә концертынан 135 000 һум аҡса йыйылған. Бынан тыш, Миәкә ирекмәндәре һәм халҡы махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға «Аэроскоб» комлексы, дрон детекторҙары, бензин генераторҙары, йоҡо ҡапсыҡтары, яғыулыҡ-майлау материалдары, кейем-һалым, гигиена кәрәк -яраҡтары менән ярҙам иткән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ