Ул эшҡыуарлыҡ темаһына бағышланды. 200-ҙән ашыу гүзәл затты Хәджәр Сөләймән, Юлиә Ҡунаҡҡолова һәм Ләйсән Йәнекәева йыйҙы. Кисәлә төрлө тармаҡ белгестәре ислам дине, милли кейемдәр тарихы һәм бизнес темаларына сығыш яһаны. Шулай уҡ үҙ эшеңде асыу, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү һәм ғаилә мәшәҡәттәренә ваҡытты дөрөҫ бүлеү тураһында фекер алышыу ойошторолдо.






