Мәскәү башҡорттары Өфө сәхнәһендә! Иртәгә баш ҡаланың «Атайсал» мәҙәниәт йортонда «Ҡайтам тыуған яғыма» исемле тамаша үтә. Уны Әлфиә Агеева етәкселегендәге «Сесен» халыҡ коллективы тәҡдим итә.
Концерт программаһын Мәскәү башҡорттары әҙерләгән. Бер сәхнәлә Луиза һәм Арсен Кәримовтар, Ридаль Диас, Рената Баҙамшина һәм Гзәл Солтанованың сығыштары көтөлә. Шулай уҡ Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр йырсыһы Венер Абдуллин, «Милли ауаз» коллективы һәм Иглин районынан «Ынйы» ансамбле сығыш яһаясаҡ. «Ҡайтам тыуған яғыма» концерты киске сәғәт биштә башлана. Үткәреү урыны Кустарная урамы 17-се йорт. Пушкин картаһы ғәмәлдә.



