Сараның маҡсаты - Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡараған медицина ойошмаларының кадрҙарға ихтыяжын тәьмин итеп, табип һөнәренең абруйын күтәреү. Фестивалгә профилле юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡыусылары саҡырылғайны. Улар өсөн профориентация майҙансығы ла эшләне. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам репортажы.
Ҡан тамырына инъекция яһау булһынмы, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеүме - аҡ халатлы йәштәр теоретик белемен практикала уңышлы күрһәтте. Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһының Квалификацияны күтәреү үҙәгендә ике йөҙгә яҡын студент йыйылғайны, улар акушерлыҡ-гинекология йүнәлеше буйынса ла белемен нығытты.
«МЕДФЕСТ» Кесе Ватанда минең карьера» тип исемләнгән республика мәшғүллек йәрминкәһендә мәктәп уҡыусылары өсөн дә профориентация эше алып барылды. Шулай уҡ эш биреүселәр - медицина ойошмалары белгестәре студенттарға көнүҙәк вакансиялар тәҡдим итте, теләүселәр урында уҡ эшкә урынлашыу буйынса әңгәмә үтә алды. Медицина һөнәрен һайлаған йәштәр айырыуса дәүләт программалары менән ҡыҙыҡһына.
Сараның эшлекле өлөшөнә килгәндә, медиицна һөнәренең абруйын күтәреү, йәш белгестәрҙе эш урыны менән тәьмин итеүҙә көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан профориентация эшенә айырыуса иғтибар бүленә.
Тәүге фестиваль һөҙөмтәһе булараҡ медицина кадрҙарын йәлеп итеү үҙәге сайты булдырылды. Унда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә көнүҙәк вакансиялар тәҡдим ителәсәк. Анкетаны тултырып, эш биреүселәр менән бәйләнешкә сығырға була
Гөлназ Хәйбуллина



