Күгәрсен районы Әлимғол ауылы «зәңгәр яғыулыҡҡа» тоташтырылды

Ауылға «зәңгәр яғыулыҡ». Рәсәй төбәктәренә, айырыуса ауыл биләмәләренә газ үткәреү өҫтөнлөклө социаль мәсьәлә һанала. Күгәрсен районы Әлимғол ауылы халҡының шатлығын БЮТ ижади төркөмө уртаҡлашты.

Әлимғол Волостновка ауыл билмәһенә ҡарай. Ауыл йорттары «зәңгәр яғыулыҡҡа» тоташтырылыуы халыҡ өсөн һөйөнөслө ваҡиға. Бында 38 йортта 56 кеше ғүмер итә. Быйыл 16 йорт хужаһы газ индереү теләген белдергән.

Йорттарына газ үткәреп ҡыуаныс кисереүселәр араһында өлкән быуын вәкилдәре лә бар. Хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны Мәүлиха Ишҡолова был көндө түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Бөгөнгдән уның көнитмеше көйлө, ашарға бешереүҙә лә, өй йылытыуҙа ла ҡыйынлыҡ юҡ.Тормош шарттарын еңеүләйтеүсе газ тәьминәте хеҙмәткәрҙәренә ул ауыл халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Әлимғолдарҙы тәбрикләү сараһында ауылдағы социаль тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеүселәргә бик күп йылы һүҙҙәр еткерелде. «Зәңгәр яғыулыҡ» менән ҡуллана башлаусы йорт хужалары иһә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында ла иҫкәртелде.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ