Һайлауҙа тауыш биреп акцияла ҡатнашысуылар тантаналы шарттарҙа тәбрикләнде. Бынан тыш еңеүселәргә акция буйынса Сочиҙа, республика шифаханаларында ял итеүгә юллама һәм башҡа приздар тапшырылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Бына улар - бәхетле еңеүселәр. Саҡмағош ауылында йәшәүсе Латиповтар «Рәхмәт» акцияһы буйынса супер приз отоп фатирлы булды. Өс малай тәрбиәләүсе ғаиләнең еңеү билеты һандары өс-өс-өс һандары менән тамамланған һәм улар ысынлап та, тормошта мөғжизә була тип иҫәпләй.
Благовещен ҡалаһында йәшәүсе Әлфиә Антипина акция сиктәрендә «Нива» автомобиленә эйә булды. Хаҡлы ялдағы ханым һәр ваҡыттағыса һайлауҙа тауыш бирерәг өйрәнгән. Супер приз отоусыларҙың һәр береһе оҡшаш тәьҫораттар кисергән - еңеүҙәренә бер нисә көн ышанып бөтә алмай йөрөгәндәр.
Фатир һәм ике автомобилдән тыш төбәктә байтаҡ приздар таратылды. Кофе машина, электровелосипед, телевизор, саң һурҙырғыс һәм башҡа бүләктәр һәр береһе үҙ хужаһын тапты. Һайлау көндәрендә республикала «Рәхмәт» акцияһында 2 млн 500 мең кеше ҡатнашҡан. Еңеүселәрҙе билдәләү БСТ каналында, асыҡ форматта, тура эфирҙа ойошторолдо.
Флорида Ким






