Күләмле сарала республика район-ҡалаларынан 250 уҡыусы ҡатнашты. Улар юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә бәйле төрлө тематик һәм интерактив майҙансыҡтарҙа ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Йәш инспекторҙарҙың маҡсаты юғары! Форма һәм пилотка кейгән малай-ҡыҙҙар махсус миссиялы хәрәкәт вәкилдәре. Улар үҙҙәренән кесерәктәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен аңлата.
«Йәш инспекторҙар» ярты быуаттан ашыу Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә юлдарҙа тәртипте күҙәтергә ярҙам итә. Был хәрәкәттә Башҡортостандан ғына 23 меңдән ашыу уҡыусыһы шөғөлләнә.
«Мин юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен төшөрәм» исемле ижади эштәр күргәҙмәһенә иң яҡшы һүрәттәр сығарылған. Балалар өсөн интерактив майҙансыҡтар ҙа эшләне. Атап әйткәндә, «Мобиль автоҡаласыҡ», «Хәүефһеҙлек лабораторияһында» теләгән һәр кем белемен һынап ҡарай алды. Бындай форум быйыл икенсе йыл рәттән үтә.
Тантаналы өлөштән һуң форум эше алты тематик майҙансыҡта дауам итте. Берәүҙәр транспорт системаһын камиллаштырыу буйынса проект яҙып, грант конкурстарына төшөнһә, икенселәр - квест-уйында ҡатнашты, социаль әһәмиәтле ҡыҫҡа метражлы фильм ҡараны.
Әлфинә Килдейәрова






