Баш ҡалала республика театрҙары декадаһы дауам итә

Өфө сәхнәһендә бер көндә Салауат һәм Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрҙары сығыш яһаны. Салауаттар Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» әҫәрен тәҡдим итте. Спектакль әҙиптең тыуыуына 115 йыл сиктәрендә сәхнәләштерелде. Ижади коллективтың сығышын тамашасы бик йылы ҡабул итте. Декорация, музыкаль биҙәлеш ыңғай баһаланды. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев төрлө быуын артистарын йәлеп итергә тырышҡан. Төп ролгә театрҙа яңы эш башлаған йәш актерҙар ҙа һайлап алынған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ