Республика «Бергәләп тапшырабыҙ! Ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған көн» бөтә рәсәй акцияһына ҡушылды. Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты базаһында ата-әсәләр, мәғариф учреждениелары директорҙары уҡыусылар менән бергә һынау тотто. Бөтә рәсәй акцияһы быйыл һигеҙенсе тапҡыр ойошторолдо. Ул тарих предметынан үтте. Эшлекле уйын Рәсәйҙең донъя үҫешендәге ролен тағы бер тапҡыр аңларға ярҙам итәсәк, ти ойоштороусылар. Имтихан барышын БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева күҙәтте.
Күнекмә ғәҙәттәге Берҙәм дәүләт имтиханынан айырылмай тиерлек. Ҡатнашыусылар тәүҙә теркәлә, металл детекторы аша үтә, гаджеттар ваҡытлыса һаҡлауға тапшырыла.
Акция сиктәрендә ата-әсәләр һәм 11-се класты тамамлаусылар тарих буйынса белемен тикшерҙе. Имтихан бланктарының нисек рәсмиләштерелеүен, уларҙың нисек эшкәртелеүен, баҫтырылыуын һәм сканерланыуын күрҙе.
Ойоштороусылар ата-әсәләрҙе экзамен тапшырыу ҡағиҙәләре һәм шарттары менән таныштырҙы. Балаларға яуаплы имтихан ваҡытында юғалып ҡалмаҫҡа, талаптарға ярашлы рәүештә имтихан бланктарын дөрөҫ тултырыу мөһимлеге хаҡында һөйләне. Һынауҙа йәмәғәт күҙәтеүселәре эшләне.
Кабинетҡа имтихан тапшырыусылар паспорт, ручка менән генә үтә. Шпаргалкалар ярамай. Хәйер, гимназия коридорҙарында улар бар ине. Экзамен алдынан тарих буйынса белгәндәрҙе нығытып алыу мөмкинлеге.
Акция өсөн һынауҙың ҡыҫҡартылған варианты тәҡдим ителә. 2024 йылда тарихты берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу өсөн 2 меңгә яҡын кеше һайлаған.
Яҙма эш һөҙөмтәһен имтихан тамамланғас та һәр кем үҙе тикшерә. Уҡыусылар өсөн был Берҙәм дәүләт имтиханы алдынан генераль репетиция. Бындай имтихан процедураһын үткәреүҙең маҡсаты - ата-әсәләрҙе балалар үтәсәк һынауҙар менән таныштырыу. Рәсәйҙә һигеҙенсе йыл ойошторолған акция мартта республиканың һәр төбәгендә уҙҙы.
Рәмилә Исмәғилева



