Өфөлә «Татлы бал» конкурсында еңеүселәр тәбрикләнде

«Агрокомплекс» агросәнәғәт форумын йомғаҡлау тантанаһында «Татлы бал» конкурсында еңеүселәр тәбрикләнде. Халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған сарала республика умартасыларынан тыш, Рәсәй төбәктәренән килгән ҡатнашыусылар ҙа көс һынашты.

Оҙаҡ йылдар солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар йүкә, сәскә, ҡарабойҙай балдары номинациялраы буйынса тикшерелде. Конкурс Рәсәйҙә бренд буоараҡ танылғна башҡорт балының сифатын арттырыу, файҙалы һәм татлы ризыҡты популярлаштырыу маҡсатынды уҙғарылды.

Конкурс сиктәрендә эксперттар тарафынан дегустация ойошторолдо. Балды тәмләп ҡараусылар ризыҡтың ҡуйылығы, сифаты, еҫе, тәме, шәкәрлеге буйынса баһа бирҙе. Әлбиттә, дегустациянан тыш продукция лаборатория шарттарында тикшерелде.

Айҙар Ишбирҙин, Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ