Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә ҡышты оҙатыу байрамы үтте

Яҙҙы ҡаршылап. Уҡыусыларҙың яҙғы каникул осоронда Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә ҡышты оҙатыу байрамы үтте. Күңелле саранан киләһе репортаж.

Ҡаланың 5-се мәктәбе уҡыусыларын милли рухта тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Был юлы көн менән төн тигеҙләшкән мәлендә төрки телле халыҡтарҙың «Науруз», славяндарҙың «Масленица» байрамдарын берләштереп - ҡышты оҙатыу байрамы үткәрҙе. Һәр класс үҙенең өҫтәлен тәм‐том, ҡоймаҡ ҡойоп, уларға төрлө эслектәр һалып, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле итеп биҙәп ҡуйып, баһалама ағзаларына тәҡдим итте.

Сара барышында йәрминкә, быймалар күргәҙмәһе лә ойошторолдо, шат малайҙар һәм ҡыҙҙар Ҡышты оҙатып Яҙһылыуҙы ҡаршы алды. Күңелле эстафеталарҙа ҡатнашып, саф һауала рәхәтләнеп ял итте. Сараның иң ҡыҙыҡлы өлөшө байрам ҡарасҡыһын яндырыу булды.

Оҙайлы ҡыш тамамланып, яҙ миҙгеле башланыу осорон һәр милләт үҙ байрамдары менән ҡаршылай. Насарлыҡтарҙың артта ҡалыуын, киләсәктә бары тик изгелек көтөүен юрап үткәрелгән сара- һәр уҡыусының күңелендә матур бер хәтирә булып һаҡланасаҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ