Өфөлә Мәскәү башҡорттары «Ҡайтам тыуған яғыма» исемле тамаша менән сығыш яһаны

Мәскәү башҡорттары Өфө сәхнәһен гөрләтте! «Сесен» халыҡ коллективы баш ҡаланың «Атайсал» мәҙәниәт йортонда «Ҡайтам тыуған яғыма» исемле тамаша менән сығыш яһаны. Концерт программаһын әле илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә йәшәүсе башҡорттар тәҡдим итте . Сараға БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова тамаша ҡылды.

Тыуған яҡҡа ҡайтып, тамашасыларға ҙур концерт бүләк итеү - «Сесен» халыҡ коллективының матур йолаһына әйләнде. Быйыл да ошо йүнәлештән тайпылмай Мәскәү башҡорттары өфөләргә йыр-моң бүләк итте.

«Сесен» халыҡ коллективы 2012 йылда ойошторола. Тәүҙә ул тарихи музыкаль-әҙәби ҡунаҡхана кеүек эш башлай. Хәҙер коллектив үҫкәндән-үҫә, уның составында оҫталар, музыканттар, йырсы-бейеүселәр ижад итә. Коллективтың үҙенсәлекле исеме тураһында уның етәксеһе Әлфиә Агеева һөйләне.

«Тыуған яғыма ҡайтам» концерт программаһы Ғаилә йылына бағышлап үткәрелде. «Сәсән» коллективын да матур ғаилә пары биҙәй. Луиза һәм Арсен Кәримовтарҙың дуэттарын тамашасылар ихлас ҡабул итте.

Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының йырҙары саксофон башҡарыуында ла яңғыраны. Ридаль Диас концерт башланыр алдынан тамашаға әҙерләнеү серҙәре менән бүлеште.

Сарала премьералар ҙа булды. Әйтәйек, махсус хәрби операция темаһы ла ситтә ҡалманы. Уға багышланған йыр сәхнәләштерелеп башҡарылды. Ҡунаҡтар - Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр йырсыһы Венер Абдуллин, Благоварҙан «Милли ауаз» коллективы һәм Иглин районынан «Ынйы» ансамбле йәм өҫтәне.

Концерт Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы,Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ярҙамында үтте. «Сәсән»дәрҙең һәр сығышы тамашасылар тарафынан алҡыштар менән ҡаршы алынды.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ