Һуңғы йылдарҙа республикала урта һөнәри белем биреү системаһына етди иғтибар бүленә

Кадрҙар мәсьәләһе - иҡтисадтың төп саҡырыуы һәм уны системалы, эҙмә-эҙлекле хәл итергә кәрәк. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.

Һәләтле уҡытыусылар һәм производство уҡытыуы оҫталарын ҡеүәтләү сараһы ла булдырылған. 2022 йылдан уларҙың иң яҡшыларына - 690 мең һумлыҡ ун грант булдырылһа, былтыр ярҙам алыусылар 20-гә еткерелде. Башҡортостанда ил кимәлендә тәүгеләрҙән булып Һөнәри әҙерлек үҙәге лә асылғайны.

Быйыл тау байыҡтырыу сәнәғәте буйынса тағы ла бер тармаҡ үҙәге асыла. Һуңғы биш йылда республика колледждарында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған 188 яңы оҫтахана барлыҡҡа килде. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәйҙең биш төбәге исемлегендә. Шулай уҡ төбәктә урта һөнәри белем биреү учреждениеларын комплекслы капиталь ремонтлау буйынса программа булдырылды. Ошо маҡсатта йыл һайын ярты миллиард һум аҡса йүнәлтелә. «Ил президенты ҡушыуы буйынса ошондай уҡ программа ил кимәлендә ойошторола. Федераль һәм республика ресурстары ярҙамында 2030 йылға ткилем барлыҡ коллледж һәм ятаҡтарҙа тәртип булдырыласаҡ,» -тип хәбәр итте Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ