Ярыш республика предприятиелары коллективтарын - ике мең ярым һәүәҫкәр спортсыны берләштерҙе. Ике ай дауамында улар 17 спорт төрө буйынса сығыш яһап, «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» комплексы тестын да тапшыра. Иң яҡшы командалар июндә Калининградта үтәсәк спартакиада финалында ҡатнаша. Тәүге этапҡа килгәндә, командалар йөҙөү, шашка, шахмат, дартс уйындарында көс һынашты. Шулай уҡ корпоратив баскетбол лигаһы башланды. Артабан пляж волейболы, рус бильярды, керлинг, еңел атлетика буйынса ярыштар планлаштырылған.



