Радий Хәбиров ҡушыуынса махсус хәрби операция биләмәһенә 118-се гуманитар ылау юлланды

Йөк автомобилдәрендә республика муниципалитеттарынан, ойошмалар, битараф булмаған граждандар әҙерләгән әйберҙәр оҙатылды. Конвой Рәсәйҙең 3 яңа субъектында урынлашҡан 11 хәрби бүлексә өсөн тәғәйенләнгән. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

Салауат районының рухлы уҙаманы Рөстәм Нәбиулла улы алыҫ юлға 26-сы тапҡыр сыға. Афғанстан һуғышында ҡатнашҡан танкист, Салауат районы хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһын етәкләй. Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙҙағы филиалында уҡытыусы булып эшләй.

Махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау республиканың 10 муниципалитетынан йыйылған. Уларға хәрби шарттарҙа кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ- түлек тейәлгән.

Хәйерле юл теләп оҙатып ҡалыу сараһында водитель Рәзил Сираевҡа "Рәхмәт хаты тапшырылды. Хәүефһеҙлек сараралы буйынса инструктаж үткәрелде.Беренсе тапҡыр барыусылар бармаҡ менән һанарлыҡ. Вячеслав Асеев гуманитар йөк менән 68 -се тапҡыр юллана.

Водителдәр күптәре бер рейстан ҡайтыу менән ҡабаттан икенсеһенә юллана. Хәрби ҡорал тотоп еңеү яҡынайтыусылар менән бергә улар ҙа ҡаһарманлыҡ һәм ир-егеттәрсә батырлыҡ күрһәтә.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ