Өфөлә юғалған ике үҫмерҙе эҙләү буйынса штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй

Малайҙарҙы табырға ярҙам ҡулы һуҙырға теләгән ирекмәндәр 40-сы мәктәптә йыйыла. Бөгөн ирекмәндәр өс йөҙҙән ашып китте. Ҡотҡарыусылар ҙа эшен дауам итә. Урман биләмәләренән тыш, улар йылғаларҙы, боҙ өҫтөн һәм аҫтын да тикшерә. Үҫмерҙәрҙе эҙләү операцияһы тураһында киләһе яҙмала.

Сәләмәтлек һуҡмағы Воронки...Ата-әсәләр әйтеүенсә, малайҙар ошонда йөрөргә тейеш булған. Икенсе көндө урман янында уларҙың рюкзактары табыла, әммә юлда түгел, Ағиҙел йылғаһы ярына яҡыныраҡ ерҙә.

2010 йылғы үҫмерҙәр Павел менән Дамирҙың юғалыуы тураһында 31 мартта билдәле булды. Тәүге ике көндә ҡотҡарыусылар алты мең кубометр һыу ятҡылығын ҡарап сыҡты. Бөгөн радиус тағы ла киңәйтелде . Ҡотҡарыусылар «Биатлон» спорт комплексы районында йылғаны тикшерҙе. Белгестәр арсеналында һауаға тултырылған ҡотҡарыу күпере һәм һыу аҫты камераһы ла бар.

Быраулайбыҙ, һәр биш метр һайын тикшерәбеҙ. Шулай уҡ беҙ һауа мендәрендә суднола эҙләнеүҙәр үткәрәбеҙ, хәҙер ағым буйлап өҫкә барабыҙ, унда эҙләнеүҙәр үткәрәбеҙ.

Павел Бердин, Башҡортостан ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте үҙәк отрядының 3-сө класлы ҡотҡарыусыһы

Әлегә был эштәр һөҙөмтә бирмәгән. Гүзәл Әҙеһәмова 40-сы мәктәптә яңылыҡтар көтә. Юғалған малайҙарҙың әсәһе ирекмән-эҙләүселәр менән төрлө һуҡмаҡтарҙы үтеп, ташландыҡ биналарҙы ла ҡараған. Әсә ирекмәндәргә рәхмәтле, улының һәм уның дуҫының уларҙ ярҙамы менән табылырына ышана.

Мин балаларҙың иҫән булыуына, улар табылыр тип ышанам. Сөнки бөтә ҡала күтәрелде: тәфтиш комитетына, полицияға һәм ирекмәндәргә рәхмәт.

Гүзәл Әҙеһәмова, Дамир Әҙеһәмовтың әсәһе

Эҙләү штабында ла ирекмәндәр артҡандан-арта. Отрядтар алмашлап эшләй һәм аныҡ инструктаж үтә. Урманға яҡын биләмәләрҙе лә, йылға аръяғындағы арауыҡтар ҙа , баҫыуҙар ҙа ныҡлы тикшерелә. Кинологтар ҙә йәлеп ителгән. Квадрокоптерҙар ярҙамында һауанан эҙләү эштәре башҡарыла.

Беҙгә ярҙамға Мәскәүҙән коллегалар килде, лизаалерт күрше төбәктәрҙе саҡырҙы, эҙләүселәр отряды артҡандан-арта. Улар белгестәр, картографтар, коориднаторҙар, тәжрибәле эҙләүселәр. Барыһы ла кешеләрҙе әйҙәп йөрөтә ала һәм быны бик сифатлы башҡара.

Николай Сынковский, «ЛизаАлерт « ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отряды вәкиле
Выборы 2026

Әлеге ваҡытта ирекле эҙләү отрядтары 800 километр үткән. Бөгөндән штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй. Бындай режим юғалған малайҙар тураһында хәбәр килгәнгә тиклем һаҡланасаҡ.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ