Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлына билдәләнгән тарифтар ғәмәлгә ашырыла башланы

Түләүле юл йөрөү 1 апрель шаяртыуы түгел. Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлына билдәләнгән тарифтар ғәмәлгә ашырыла башланы. Юл хаҡы машинаның ҙурлығына һәм тәүлектең ваҡытына ҡарап айырыла. Мәҫәлән, бейеклеге 2 метрҙан артмаған еңел автомобиль, йә мотоцикл өсөн көндөҙ 100 һум түләргә кәрәк -хаҡ иртәнге сәғәт 6-нан ғәмәлгә инә. Ә инде төн уртаһынан был төр транспорт саралары өсөн юл хаҡы 20 һум тәшкил итә. 2 метрҙан бейегерәк машиналар өсөн 250 һәм 50 һумлыҡ тарифтар билдәләнгән.

Был оффроуд һөйөүселәргә лә ҡағыла, уларҙың автомобилдәренең клиренсы юғары булыу сәбәпле, тейешле нормативтан ашып китә. Был аҡса республиканың юл фондына китә. Транспорттың ҙурлығына ҡарап, һыҙаттар буйлап йөрөү сикләнмәй. Әммә түләү ысулына иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында сират барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Иртәнге сәғәттәрҙә 2800 транспорт сараһы үтте. Бөтә түләүле юл пункттарында була торған мәсьәлә килеп тыуҙы. Кемдер түләү өсөн картаһын оҙаҡ эҙләй, карта менән иҫәпләшеү пунктында йә ҡулаҡса һуҙалар. Көнсығыш сығыу юлынан үтергә йыйыныусыларға шуны иҫкәртергә теләйбеҙ- карта йә ҡулаҡса менән түләү өсөн пункт өҫтөндә билдәләр бар. иғтибарлыраҡ булһындар ине.

Кирилл Бруньковский, Башҡортостандың транспорт дирекцияһы етәксеһе урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ