Башҡортостандың белем биреү учреждениеларында агрокластарҙы үҫтереү тормошҡа ашырыла

Бүздәк ауылындағы 1-се мәктәптә «Авилат» агрокомплексы менән берлектә асылған ике аграр фән кабинеты эшләй. Дәрестәрҙе махсус белем биреү программаһы буйынса уҡыған биология уҡытыусылары үткәрә. Яңы йүнәлеш 8-11 класс уҡыусыларына ауыл хужалығы өлкәһендә белемен һәм оҫталыҡтарын киңәйтеү мөмкинлеге бирә.

Үҫмерҙәр фәнни тәжрибәләр үткәрә, төрлө проекттарҙа ҡатнаша, шулай уҡ һөнәрҙең беренсел күнекмәләрен үҙләштерә ала. Рәсәйҙә 1700-ҙән ашыу ошондай класс эшләй, унда 24 мең самаһы уҡыусы белем ала. Проекттың төп маҡсаты ауыл хужалығы һөнәрҙәрен популярлаштырыу, уҡыусыларҙа һөнәри һәләттәрҙе асыҡлау һәм киләсәктә аграр юғары уҡыу йорттарына инеү.

Бүздәк ауылының 1-се мәктәбендә лаборатория менән ике кабинет бүленгән, улар тәжрибә үткәреү өсөн кәрәкле ҡорамалдар һәм кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырылған. Мәктәптә күптәр үҙ тормошон ауыл хужалығы менән бәйләргә теләй. Уҡыу барышында балалар химия, биология һәм башҡа фәндәр буйынса төплө белем аласаҡ. Теория республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғы ойошмалары базаһында практик дәрестәрҙә нығытыла.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ