Өфөлә «Профессионалдар» һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионаттың төбәк этабы еңеүселәре билдәләнде

Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холлында «Профессионалдар» һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионаттың төбәк этабы еңеүселәре билдәләнде. Күләмле ярыш ике аҙна дауам итеп, 186 компетенция буйынса 3 меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе. Сараны ябыу тантанаһынан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина

Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге, янғын хәүефһеҙлеге, ҡотҡарыу эштәре - өс компетенция буйынса еңеүсе тип танылған командалар бер-бер артлы сәхнәгә сығып, миҙалдар менән бүләкләнде. Туймазы дәүләт юридик колледжы студенттары ла ярыш этаптарын уңышлы үтеп, беренселек алды. Йәштәр билдәләүенсә, конкуренция юғары булған.

Мәктәп уҡыусыларынан «Профессионалдар»ға тиклем. Һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионат өс меңдән ашыу юниор һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттарын берләштерҙе. Мәртәбәле сара етмеш майҙансыҡта уҙғарылды. Чемпионатта хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланылған компетенциялар һайлап алынғайны, күләмле сара эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән.

Ярыш еңеүселәре ноябрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында үтәсәк финалда республика данын яҡлаясаҡ. Әйткәндәй, Башҡортостандың йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге - чемпионаттың төбәк координаторы булараҡ сығыш яһағайны. Урындағы етәкселек билдәләүенсә, ярыш географияһы йылдан-йыл киңәйә, компетенциялар арта.

Чемпионат сиктәрендә ғаиләләр араһында айырым конкурс та иғлан ителгәйне. Йөҙҙән ашыу ата-әсә мәктәп йәшендәге балалары менән бәйге этаптарын үтте. Еңеүселәр исемлегендә Стәрлетамаҡтан Бакировтар ғаиләһе лә бар. Конгресс-холл фойеһында конкурс барышына арналған фотокүргәҙмә лә ойошторолғайны. Сараның тәүмаҡсаты - иртә профориентация эшенә уңайлы шарттар булдырыу.

Чемпионатҡа килгәндә, ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр һаны буйынса урта махсус уҡыу йорттарының рейтингы ла булдырылды. Беренселекте Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы яуланы.

«Профессионалдар» һөнәри оҫталыҡ буйынса төбәк чемпионатының партнерҙары ла бар. Еңеүселәр һәм призерҙар республика предприятиеларына стажировкаға һәм эшкә саҡырыла. Быйыл был мөмкинлек менән ярты меңгә яҡын студент файҙалана.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ