Өфөлә онкология һәм гематология үҙәге пациенттарына Көлкө көнө уңайынан байрам ойошторолдо

Ҡатмарлы сир менән ауырыусы сабый һәм үҫмерҙәрҙең кәйефен күтәреү өсөн. Республика балалар клиник дауаханаһының яңыраҡ асылған онкология һәм гематология үҙәге пациенттарына Көлкө көнө уңайынан байрам ойошторолдо. Уны «Изгелек эшлә» командаһы үткәрҙе. Әле үҙәктә 50-нән ашыу бәләкәй пациент дауалана. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Әкиәт персонаждары ысын геройҙарҙа ҡунаҡта. Балалар онкология һәм гематология үҙәгендә дауалау үткән һәр сабыйҙы, ысынлап та, геройға тиңләргә була. Оҙайлы дауаланыу һәм ауыр процедураларҙы улар батырҙарса үткәрә. Кескәйҙәргә байрамса кәйеф бүләк итеү - «Изгелек эшлә» командаһының төп маҡсаты.

Барыһына ла ҡыҙыҡлы булды - балаларға ла, ата-әсәләргә лә, хатта табиптарға ла. Махсус ҡунаҡ Чебурашканың килеүе - үҙе ҙур шатлыҡ. Уның менән һәр кем бейеп ҡалырға һәм фото төшөргә ашыҡты.

Республика балалар клиник дауаханаһы ҡарамағындағы онкология һәм гематология үҙәге пациенттары - төрлө йәштәге сабыйҙар һәм үҫмерҙәр. Көлкө ғүмерҙе оҙайта, тиҙәр. Шатлыҡ тойғоһо сәләмәтлеккә лә ыңғай йоғонтоһо яһай. «Изгелек эшлә» командаһы байрам көндәрендә генә түгел, даими рәүештә балаларҙың күңелен күтәрергә, әҙ булһа ла ҡатмарлы процедуралар тураһында онотоп торорға мөмкинлек бирә.

«Изгелек эшлә» командаһы составы ҙур түгел, 5 әсәнән тора. Уйындарҙы ойошторорға «Хамелеон» балалар байрамдары агентлығы аниматорҙары ярҙам итә. Пациенттар араһында үҙаллы йөрөй алмаусылар ҙа бар, ирекмәндәр улар тураһында ла онотманы. Һәр палатаға инеп шар һәм бүләктәр тапшырҙы, тиҙерәк һауығып сығыуҙарын теләне.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ