Халыҡ ижадын халыҡҡа еткереүселәр майҙан тотто. Дыуан районында «Сыңрау торна» башҡорт фольклорының төбәк фестивале конкурсы тамамланды. Ике көн дауамында барған сарала республиканың ике тиҫтәләп ижади коллективы тамашасыларға үҙ ерлегенә хас йолаларҙы сәхнәләштерҙе. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Дәүләкәндәр сәхнә тормошонда ла паздуш һуға. Дим буйы башҡорттары фольклорына ингән өмә бөгөн беренсе тапҡыр Дыуанда тәҡдим ителде. Паздуш, икенсе төрлө саман тип атала. Борондан ҡалған төҙөлөш алымын бөгөн дә дәүләкәндәр киң файҙалана.
«Сыңрау торна» исеме аҫтында үткән конкурс-фестиваль тап башҡорт фольклорының үҙенсәлектәрен асып һалыуға ҡоролғайны. Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарына ғына хас бейеүҙәр, хәрәкәттәренең үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ манераһы, үҙенә генә хас сағыу стиле менән айырылып тора.
Фольклор байрамы алты йыл элек мәҙәниәт белгесе Юлиә Йомағужина башланғысында тормошҡа ашырыла. Дыуан районы Арый ауылында нигеҙ һалынған сара бөгөн сара икенсе тапҡыр төбәк кимәлендә ойошторолдо. Шуға ла фестиваль-конкурс майҙан хужаларынан тыш үтмәй. «Әхирәттәр» башҡорт халыҡ фольклор коллективы был юлы «Бәпес күреү йолаһы» менән сығыш яһаны.
Фестиваль-конкурста ике тиҫтәләп ижади коллектив ҡатнашты. Һәр ҡайһыһы үҙ төбәгенең фольклор үҙенсәлектәре менән сығыш яһаны.
Шулай уҡ мөнәжәт, салауат әйтеүселәрҙең дә сығышы тамашасы күңеленә үтеп инде.
Әлбиттә, сара йолаларҙы сәхнәләштереүгә генә ҡайтып ҡалманы. Тармаҡ мәсьәләләренә бәйле һорауҙар түңәрәк өҫтәл артында ла күтәрелде. Ижади коллектив етәкселәре ҡатнашлығында үткән фекер алышыуҙа традицион кейем өлгөләрендәге, йолаларҙы сәхнәләштереүҙәге хаталар, тәҡдимдәр яңғыраны.
«Сыңрау торна» башҡорт фольклорының төбәк фестиваль-конкурсында мәсетлеләр еңеү яуланы. «Ҡабырсаҡ» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле ҡыҙға бирнә йыйыу йолаһын сәхнәләштерҙе.
Әйткәндәй, быйыл ижади коллектив үҙенең 35 йыллығын ҡаршылаһа, ә етәксеһе Рәсимә Әхмәтйәнова 70 йәшлек юбилейын билдәләне. Ҡабырсаҡтар бөгөн дә халыҡ традицияларын йәнләндерә, мәҙәниәтте, йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү һәм популярлаштырыу буйынса мөһим эш алып бара.
Азат Ғәлиуллин



