Өфөлә Бөтә Рәсәй инклюзив фестивалдең республика этабы башланды

Сараға педагогтар, психологтар, табиптар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ата-әсәләр һәм аутизм сирле балалар саҡырылған. Фестиваль майҙанында түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, ҡул эштәре, ижад емештәре күргәҙмәһе, махсус китаптар һатыу ойошторолған. Ошонда уҡ аутист балалар өсөн тәғәйенләнгән аш-һыу менюһы менән танышырға мөмкин. Инклюзив фестивалдә ҡатнашыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.

8 йәшлек Златаға тыумыштан аутизм диагнозы ҡуйылған. Ҡыҙҙҙың телмәре үҫешмәгән, кәйефе тиҙ үҙгәреүсән. Иғтибарын туплай, бер ерҙә түҙеп ултыра алмай. Әммә ата-әсәһенең тырышлығы менән Златала ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә, бала эскә йомолмаған, кеше араһында үҙен иркен тоя.

Бөтә Рәсәй кимәлендәге инклюзив фестиваль ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде. Өфөләге майҙансыҡ быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторола. Бында аутизм сирле балалар, уларҙың ата-әсәләре бер-береһе менән аралаша, тәжрибә уртаҡлаша, педагогтар, психологтар, табиптар менән кәңәшләшә. Яңы дауалау алымдары менән таныша. Мәҫәлән, Өфөлә былтыр менталь сәләмәтлек үҙәге эшләй башлаған. Бында аутист балалар өсөн комплекслы реабилитация ойошторолған.

Фестиваль майҙанында аутизм менән яфаланған балаларҙың һүрәттәр күргәҙмәһен дә, ҡул эштәрен дә күрергә мөмкин. Оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолған. Ашханала елемсәһеҙ аш-һыу менюһы тәҡдим ителә. Белгестәр фекеренсә, туҡланыу сифаты ла дауалау процесына йоғонто яһай.

Фестиваль сиктәрендә белгестәр аутизм менән сирле балаларға ярҙам юлдары, заманса эш алымдарын үҙләштереү тураһында фекер алышты. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда был диагноз 2 меңдән ашыу балаға ҡуйылған.

Республикала аутизм сирлеләргә ярҙам буйынса ресурс үҙәктәре, коррекция мәктәптәрендә махсус кластар эшләп килә. Һәм был эште дауам итеү мотлаҡ. Аутизм диагнозлы сабый һәр ғаиләлә донъяға килергә мөмкин. Ул ата-әсәнең матди хәленә лә, белеменә лә, социаль статусына ла ҡарамай.

Аутизм- психик тайпылыштың бер төрө, был сир менән яфаланыусылар үҙ донъяһына сумған һәм эргә-тирәләгеләр менән аралашыуға ылығып бармай. Әммә ата-әсәләрҙең дә, белгестәрҙең дә маҡсаты бер - аутист балаларҙы ҡабырсаҡтан сығарып, оло тормошҡа яраҡлаштырыу. Улар үҙаллы йәшәргә әҙер булырға, йәмғиәттең ҡанундарын ҡабул итергә, һынауҙар алдында юғалып ҡалмаҫҡа тейеш.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ