Яҙғы ташҡынға әҙерлек юғары кимәлдә

Өҙлөкһөҙ яуған ямғыр һәм көндәр йылытыу һөҙөмтәһендә республиканың тиҫтәнән ашыу районында урынлашҡан тораҡ пункттар һыу ҡамауында ҡалды. Оло һыуға эләккән тәүге райондарҙа ҡотҡарыу эштәре хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Һауа температураһы күтәрелеп, ямғыр яуыуға бәйле Хәйбулла районы биләмәһендә юл һәм йорт ихаталарын һыу баҫыуға күпләп мөрәжәғәттәр ҡабул ителде. Яҙғы ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡеүәтле техника йүнәлтелде. Киҫкен хәл контролгә алынған.

Ишембай, Туймазы, Стәрлебаш, Ейәнсура райондарында ла оло һыу килеүе теркәлгән. Бынан тыш, Өфө, Сибай, Дәүләкәндә лә ҡайһы бер участкаларҙа һыу баҫыу күҙәтелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы көстәре юғары әҙерлек режимына күсерелгән. Белгестәр һәр мөрәжәғәт буйынса тикшереү уҙғарып, ташҡындан зыян күргән биләмәләргә ҡеүәтле техника ебәрә.

Ишембай районы Һайран ауылында 10 йорт эргәһендәге биләмәне һыу баҫты. Урындағы халыҡ өсөн ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ойошторолдо, әммә эвакуация талап ителмәне. Ҡотҡарыусылар һыуҙы мотопомпалар ярҙамында һурҙырып , биләмәне ҡарҙан таҙартты.

Быйыл республика йылғаларында һыу кимәле уртаса күп йыллыҡ кимәлдән юғарыраҡ булыуы көтөлә. Шуға күрә контроль көстәйтелгән һәм төбәктә гидропостар һаны 57-гә еткерелгән. Баймаҡ районының Һаҡмар һыуһаҡлағысы ҡоромалары ярҙамында секундына 26 кубометр һыу ташларға мөмкин. «Оло һыу» осорона райондың яуаплы хеҙмәттәре күптән әҙерлек һыҙығында.

Аҡъяр һыуһаҡлағысында ла хәл тотороҡло, тип билдәләй белгестәр. Бында штат режимында уҡыуҙар ойошторолған. Ташҡын мәлендә ҡар һыуҙарының иң юғары күләмдә ҡабул итеү резервын булдырыу өсөн плотинанан һыу ағыҙыу башҡарыла. Һыуһаҡлағыс штат режимында эшләй, һыу кимәленең артыуы күҙәтелмәй.

Боҙ ҡатламын йомшартыу һәм яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреү маҡсатында тығындар ихтималлығы юғары булған йылғаларҙа шартлатыу эштәре башҡарылды.

Республика буйынса һуңғы боҙ шартлатыу эштәре Салауат районы Әй йылғаһында үтте. Кинәт боҙ тығындары хасил булғанда уларҙы пландан тыш ойоштороу күҙаллана.

Башҡортостанда 86 меңдән ашыу кеше йәшәгән 313 тораҡ пунктының һыу баҫыу зонаһына эләгеү ихтимал, ти, белгестәр. Халыҡты эвакуациялау өсөн 276 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы ҡотҡарыусылары юғары әҙерлек режимында эшләй.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ