Республика халҡы бер тәүлектә мутлашыусыларға 2 миллион һум аҡса күсергән

Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 82 йәшлек пенсонерға шылтыратып, ҡыҙының йәнәһе лә авария ойоштороуҙа ғәйепле булыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Енәйәт эшен башламау өсөн 600 мең һум күсерергә күндергәндәр. Өфөнән тағы бер ҡатын аҡсаһын инвестиция итеп һалырға ҡарар иткән. 79 йәшлек ханым йәнәһе табыш килтереүсе интернет-баҙарға 470 мең һум һалған. Унан һуң тағы шунса суммаға кредит алған. Салауат ҡалаһынан 34 йәшлек ҡатынға шылтыратып аҡсаһын һаҡлап ҡалыу кәрәклеге тураһында әйткәндәр. Шәхси мәғлүмәттәрҙе асыҡлағандан һуң мутлашыусылар уның иҫәбенә 566 мең һумлыҡ кредит алған.

Фото №1 - Республика халҡы бер тәүлектә мутлашыусыларға 2 миллион һум аҡса күсергән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ